1. Учителям
  2. Новости
  3. Уҡытыусылар көнө менән!

Уҡытыусылар көнө менән!

Октябрь 4, 2020 Просмотров: 1505

       Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары!               Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш.
Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ.

 Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!