1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 883
Хөрмәтле уҡыусылар" 14  декабрь- Башҡорт теле көнө"Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.
Шулай уҡ 14 декабрь – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе - шағиры М.Аҡмулланың тыуған көнө! Ош уңайҙан барлыҡ уҡыусыларҙы һәм ата-әсәйҙәрҙе М.Аҡмулла исемендәге БДПУ үткәргән  Аҡмулла диктантында ҡатнашырға саҡырам.  https://www.bashdict.ru/registe
Дистанцион уҡыу сәбәпле, уҡыусылар өйҙә башҡорт милли кейемендә фотоға төшөп  "Милли кейем телем һағында" тип аталған акцияға ҡушыла ала.  Һәм , йылдағыса башҡорт теле тураһында йәки башҡа темаға  башҡорт шиғырҙарын яттан һөйләп төшкән видеоларҙан флешмобта ҡатнашырға саҡырам. 
Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.