Республикам көнө!
Октябрь 9, 2020
Просмотров: 62
Башҡортостан-тыуған республикам!
Шундай гүзәлһең һин илкәйем.
Ниндәй генә төҫкә инһәң дә һин,
Яратамын,тыуған еркәйем.
Тыуған ер! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр, дәрт уяна. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ул тыуған ер! Республикам көнө менән!