1. Родителям
  2. Новости
  3. Яңы йыл кисәһенә бүләктәре менән килгән Ҡолмөхәмәтовтар,Рәсүлевтар ғаиләләренә ҙур Рәхмәт!

Яңы йыл кисәһенә бүләктәре менән килгән Ҡолмөхәмәтовтар,Рәсүлевтар ғаиләләренә ҙур Рәхмәт!

Январь 2, 2020 Просмотров: 70

Балалар ҡыуанысы-беҙҙең шатлыҡ.

Байыш мәктәбендә Яңы йыл кисәһен, йылдағыса,  балалар һағынып көтөп алды. Яңы 2020 йылды ҡаршылау, ҡышҡы  каникулға сығыу,  шыршы тирәләй өйөрөлөү һәм Ҡыш бабайҙан күстәнәс алыу  өсөн генә түгел. Уҡыусылар  мул бүләктәр әҙерләп  алып килеүсе бағымсы  ағай-апайҙарын көттө.

     Декабрь айы башланыу менән мәктәптең күптәнге  традицияһына ингән  “Иң күп бишле” конкурсы иғлан ителде. Бына инде 4-се йыл рәттән КФХ етәксеһе Рәүселев Рафик ағай  был конкурста 1, 2, 3-сө урын алған  башланғыс класс һәм урта звено  уҡыусыларына  аҡсалата премиялар тапшыра.  Быйыл был конкурста башланғыстар араһында Ибраһимова Ынйы, ә өлкәндәрҙә Дәүләтшин Батыр еңеүсе  тип табылды.  Шулай уҡ иң күп “5” алған класс  күстәнәс торттан ауыҙ итте.

      Рафиҡ ағай уҡыу отличниктарына ла үҙ стипендияһын булдырғайны. Быйыл 5 уҡыусы шулай уҡ премия алып һөйөндө. Быйылғы бүләкләү тантанаһы  шуныһы  менән үҙенсәлекле ине. Отличниктарҙарҙың дүртәүһе “Иң күп бишле” конкурсында ла еңеп, икеләтә премияға лайыҡ булды! Рәсүлев Рафиҡ ағайҙың был изге эше уҡыусыларҙа уҡыуға ынтылыш уята һәм һәр кем тик  үҙ тырышлығы менән нимәгәлер өлгәшә ала икәненә асыҡ миҫал булды.

   Ҡолмөхәмәтовтар КФХ-һы ла  икенсе йыл рәттән балаларға яңы йыл бүләктәре тарата. Үткән йылда был ғаилә ағзалары  кисәне үҙ көсө менән ойоштороп атҡарып сыҡһа, быйыл да   мәктәптә белем алған 50 балаға   тоҡ-тоҡ   бүләктәр тейәп килгән ине.  Бүләк көтөп был серле тоҡтарҙан күҙҙәрен алмаған балаларҙың  өмөтө, шатлыҡ-ҡыуанысы уҡытыусыларға ла күсте.     

    Ошондай ярҙамсыл, эшлекле ауылдаштарыбыҙ булғанда, әлбиттә, ауылыбыҙҙың,  мәктәбебеҙҙең киләсәге яҡты булыр тигән ышаныстабыҙ. Һәм тағы ла шуны һыҙыҡ өҫтәнә алмау мөмкин түгел: кемдәрҙер  бағымсыларҙы эҙләп-һорап ала, ә беҙҙең ауылдаштар үҙ инициативаһы менән шундай изге эштәр башҡара!  Әле ауыл халҡының шыршы байрамына ла мул бүләктәр әҙерләнгән ауылыбыҙ уңғандары тарафынан.

    “Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә- балыҡ белер,”- тиелә халыҡ мәҡәлендә.  Яңы йыл тамашаһында атай-әсәйҙәрҙең бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуы, аҙаҡтан уңышһыҙ, көнсөл кешеләрҙең күкле-йәшелле хәбәрҙәре, әлбиттә, күңелде ҡыра. Тик үҙе ҙурлыҡ йомшаҡ уйынсыҡ,  йә кескәй генә ҡулдарында үҙ тырышлыҡтары менән  алған  тәүге эш хаҡтарын тотоп торған  кескәйҙәрҙе күреп күҙҙәргә ҡыуаныс  йәштәре тула. “Ни өсөн йыл да улай ҙур бүләктәр менән киләһегеҙ?”- тип  һораным тоҡ-тоҡ бүләктәрҙе күргәс, уңайһыҙланып.  “ Балалар ихлас ҡыуана, өлкәндәр һымаҡ түгел. Йылына бер килә бит ул  байрам. Кемгәлер өлөш сығарған һайын хоҙай беҙгә лә күберәк бирә ул,” – тип яуапланы  Әлифә Ҡолмөхәмәтова.

      Иҙгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, иншалла. Баҫыуҙарҙа ишелеп иген үҫһен, бураларығыҙ ашлыҡ менән мөлдөрәмә тулһын, ваҡытында шифалы ямғырҙарын, йән-тәнегеҙгә һаулығын, ғаилә именлеген, ил-йортобоҙҙоң тыныслығын   бирһен хоҙай.  Амин.