15 февраль – Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл
Афған һуғышы - ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Ҡанлы бәрелешкә республиканан 10 меңгә яҡын һалдат алына, уларҙың 343-ө тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтмай. Афған һуғышы ҡорбандарының хәтерен мәңгәләштергән һәйкәлдәр бөгөн ҡәнәфер сәскәләренә күмелде. Бында улар һәләк булған яуҙаштарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, һуғыш йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Теүәл 30 йыл элек Совет халҡы оло шатлыҡ хистәре кисерә. Шул уҡ ваҡытта был көн ҡайғылы ла һанала. Афған һуғышынан һуң да һалдаттарҙың кәүҙәләре цинк табуттарҙа ҡайтыуын дауам итә.Чечен һуғышында ғәзиз улындарын юғалтҡан әсәләрҙең байтаҡ ваҡыт үтһә лә йөрәге һаман да һыҡтауҙан туҡтамай.
Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға арналған саралар бөгөн республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә ойошторолдо. Байыш, Ишмөхәмәт мәктәптәрендә лә Афған,чечен һуғыштарында ҡатнашҡан Дәүләтшин Айбулат, Ишмөхәмәтов Ғәзинур, Шәрәфетдинов Рәфил (Яңғаҙы ауылынан)ағай-олатайҙар менән осрашыуҙар үткәрелде.