1. Родителям
  2. Новости
  3. Студенттар көнө

Студенттар көнө

Январь 27, 2019 Просмотров: 63

19 ғинуар Байыш мәктәбендә студенттар көнөнә арналған осрашыу булды.Был сараға сығышы Байыш ауылынан булған,хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты студенткаһы Шәүрә Аширбаева саҡырылды.Шәүрәнең бала сағы "Тамыр" студияһында үтә. Әлеге көндә Шәүрә скрипка серҙәренә төшөнә. Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты балаларға үҙенең йырҙарын, скрипка моңдарын бүләк итте.Шулай уҡ уҡыусылар Шәүрәнең бала саҡтағы видеояҙмаларын ҡарап кинәнде,үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр