ЦОС- Цифрлы мөхит
Февраль 1, 2024
Просмотров: 85
Мәктәпкә цифрлы мөхит!
Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыу өсөн күп мөмкинселектәр бар. Байыш мәктәбе бер нисә йыл рәттән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, тәҙрәләрҙе замансаға алмаштырһа, филиалда спорт залда капиталь ремонт һәм шулай уҡ тәҙрәләрҙе алмаштырыу кеүек эштәр эшләнде.
“Һәр уҡыусының уңышы” федераль программаһы ярҙамында иһә база мәктәбендә лә спорт залына капиталь ремонт үтте.
Быйыл уҡыусылар мәктәп инициативаһын бюджетлау программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һайлап алыу турында биш проект ҡатнашты: “Йәш Ватан һаҡсыһына спорт майҙансығы”,“Мәктәп музейын цифрлаштырыу”, “Инглиз теле кабинетына яңы һулыш ”, “Мәктәп театрына заманса ҡараш” һәм “Белем биреүҙә цифрлы мөхит”. Иң күп тауыш йыйып, һуңғыһы еңеп сыҡты. Әлеге көндә проектты конкурсҡа әҙерләү өҫтөндә 5 уҡыусы эшен дауам итә. Уҡыусыларға изге башланғыстарында уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Фәнил Мортазин
Байыш мәктәбе директоры