1 сентябрь - Белем байрамы

Август 31, 2023 Просмотров: 193
1 сентябрь – мөһим, тананалы байрам, ул кешеләрҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылыуын һынландыра. Беҙ ғүмер буйы нимәлер өйрәнәбеҙ, камиллашабыҙ һәм рухи яҡтан үҫеш кисерәбеҙ, мәктәп иһә бына шул башланғысҡа нигеҙ һала.
Был көндә беренсе класс уҡыусылары тәүге тапҡыр мәктәп партаһы артына ултыра. Уларҙың барыһына ла яңылыҡҡа ынтылыуҙарын, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ярҙамында яңы таланттар асылыуын теләйбеҙ.
Белем көнө ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн дө шулай уҡ тулҡынландырғыс. Бигерәк тә был көндө бар белемдәрен һәм оҫталыҡтарын һалған уҡытыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәре белдерге килә. Уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштары, туған район һәм республикаға ниндәй өлөш индерәсәктәре нәҡ уҡытыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәренән тора.

Ҡәҙерле уҡыусылар беҙ һеҙгә ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе, республикабыҙ һәм илебеҙ таянысы булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ныҡышмал, эшһөйәр, белемле, Тыуған илгә файҙалы кешеләр булығыҙ!

Байрам менән ҡәҙерле дуҫтар, хәйерле юл һеҙгә!
Белем байрамы тантанаһына сәғәт 10.00 көтөп ҡалабыҙ!