День Башкирского языка 2021 Марафон

Декабрь 13, 2021 Просмотров: 35
Байыш мәктәбендә марафондың етенсе көнөндә мауыҡтырғыс сара үтте. 7-8 класс уҡыусылары "Иң көсһөҙ быуын " уйынында башҡорт теленән белемдәрен тикшерҙе. Тиңһеҙ алышта Рәхмәтуллина Наҙгөл еңеүсе тип табылды һәм банктағы 310 һум аҡса менән бүләкләнде. Ирекһеҙҙән Аҡмулланың шиғри юлдары хәтергә төшә:
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кирамәттәр